Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июнь 2020, 18:13

Иглиндар патриотик проектта ҡатнаша

Республикала “ Ғорурланабыҙ! Хәтерләйбеҙ! Хөрмәтләйбеҙ!” акцияһы дауам итә.

Республикала “ Ғорурланабыҙ! Хәтерләйбеҙ! Хөрмәтләйбеҙ!” акцияһы дауам итә. Сара сиктәрендә төбәктең ҡала һәм райондарында дан аллеялары, иҫтәлекле урындар һәм хәрби ҡәберлектәр төҙөкләндерелә. Ошо көндәрҙә "Йәш армия" ойошмаһының урындағы бүлексәһе етәксеһе Альберт Иплаев һәм хәрәкәт ағҙаһы Владислав Аҙнағужин 1944 йылдың августында хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә һәләк булған яҡташтарыбыҙ – Эске эштәр халыҡ комиссариатының Иглин бүлеге оперуполномоченныйы Тихон Степанович Пухов һәм Иглин ауыл советының шул ваҡыттағы рәйесе Василий Петрович Желателевтың ҡәберҙәрен тәртипкә килтерҙеләр.
Фото “Йәш армия” ойошмаһы төркөмөнән
Читайте нас: