Йәйғор
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июнь 2020, 18:19

Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр моңға ҡушылып аға...

Иглинда йәшәп ижад итеүсе Рәсәй авторлыҡ йәмғиәте ағзаһы, үҙешмәкәр шағирә-композитор Фәниә Дауытова үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләне.

Фәниә Дауытованың ижады иглиндарға күптән таныш, уның музыкаль әҫәрҙәре республика һәм ил сәхнәләрендә лә яңғырай. Яҡташыбыҙҙың йырҙары радио һәм телевидение аша ла йыш тапшырыла. Һәләтле ҡатындың бөгөнгө көнгә йөҙҙән ашыу ижад емеше иҫәпләнә, уларҙың яҡынса 40 – туған башҡорт телендә, 60 - урыҫса. Буласаҡ шағирә мәктәп йылдарында уҡ ҡәләм тибрәтә. Төрлө сәбәптәр арҡаһында Фәниәгә яҙыу эшмәкәрлеген ваҡытлыса кисектереп торорға тура килә. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң, ул ижад эше менән етди шөғөлләнә башлай - шиғырҙар һәм йырҙар яҙа. Ф. Дауытованың әҫәрҙәрендә тыуған илгә мөхәббәт, уның героик үткәне өсөн ғорурлыҡ хистәре сағыла. Яҡташтарына бағышланған йырҙары ла байтаҡ. «Иглин - иң яҡшы ауыл » йыры айырыуса ҙур популярлыҡ менән файҙалана, ул район кимәлендәге барлыҡ сараларҙа ла тиерлек яңғырай. Бөйөк Ватан һуғышы темаһы ла автор өсөн бик ҡәҙерле. Бөйөк Еңеүҙең 65-йыллығына арнап ул «Еңеү көнө менән» йырын ижад итә. Һуңғы ун йыл дауамында Фәниә Дауытова һигеҙ музыкаль альбом сығарҙы: «Цвети моя республика, прекрасный Башкортостан» («Сәскә ат, гүзәл Башҡортостан»), «Славные сыны Башкортостана» («Башҡортостандың данлы улдары»), «С праздником, учалинцы» («Байрам менән, учалылар»), «100 лет Буздяку» («Бүздәккә 100 йыл»), «С Днем Победы» («Еңеү көнө менән»), «В дружбе сила» («Дуҫлыҡта көс») , «Сабантуй» («Һабантуй»), «Каравансарай» («Каруанһарай»). Үҙешмәкәр шағирә-композиторҙың биш йыры Мәскәү, Смоленск, Санкт-Петербург ҡалаларында үткән Бөтә Рәсәй фестивалдәре һәм конкурстарында башҡарыла. Фәниә Дауытованың йырҙарын Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, Х. Ф. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы популяр артистары ла башҡара. Һуңғы йылдарҙа Фәниә Әбделхәйер ҡыҙы йырҙарын концерт залдарында, музейҙарҙа һәм мәктәптәрҙә үҙе лә башҡара. Фәниә Дауытова күп кенә ижади конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, 2012 йылда ул Мәләүез ҡалаһында үткән I Республика үҙешмәкәр композиторҙар бәйгеһендә Гран-при яуланы. Билдәле композиторҙар Нур Дауытов, Салауат Низаметдинов Фәниә Дауытова һүҙҙәренә музыка яҙҙылар. Улар араһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына бағышланған «Ҡоролтай» йыры, шулай уҡ «День республики», «Башкортостан – жемчужина России» әҫәрҙәре. Фәниә Әбделхәйер ҡыҙы бөтә ғүмерен балалар уҡытыуға һәм тәрбиәләүгә бағышлаған. Ул мәктәптә ҡырҡ йылдан ашыу башланғыс кластар, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Республика иҡтисад лицей-интернатында филиал мөҙире булып эшләй. Педагог үсеп килгән быуынды патриотик тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә, ул Башҡортостан Республикаһы мәғарифты үҫтереү институты менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, унда үткән бик күп сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, «Тарихи тәжрибә, Рәсәй һәм Башҡортостан халыҡтарының хәҙерге хәле һәм хеҙмәттәшлек перспективалары» Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһында ул эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты, яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлығын данлаған йырҙарын тәҡдим итте. Улар араһында «Генерал Кусимов», «112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы» йырҙары бар. Бала сағында беренсе тапҡыр Миңлеғәле Шайморатов тураһындағы йырҙы ишеткәс, ҡыҙ был батыр тураһында мотлаҡ яҙасаҡмын, тип вәғәҙә бирә. Уның хыялы тормошҡа ашты – Башҡортостандың данлы улы тураһында матур йыр тыуҙы. Фәниә Дауытованың күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте юғары баһалана. Был хаҡта Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары, маҡтаулы исемдәр дәлилләй. Ул – Халыҡ мәғарифы алдынғыһы, хеҙмәт ветераны. Һис шикһеҙ, Фәниә Дауытованың йөрәк ауазы буйынса яҙылған әҫәрҙәре тыңлаусыларға шатлыҡ килтерә, йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүгә ярҙам итә, тыуған илдең тарихын ихтирам итергә өйрәтә. - Йәмғиәтте ниндәй генә ваҡиғалар тетрәтмәһен, тормошта һәр ваҡыт моңло йырҙарға урын бар, - ти Фәниә Дауытова. - Иң ауыр һынауҙарҙы ла тап улар еңеп сығырға ярҙам итә.
Фотолар Ф. Дауытованың ғаилә альбомынан.
Читайте нас: