Фёдоровка районында «Демография» милли проекты сиктәрендә бассейн төҙөү тамамлана.
Ундағы эштәр 2018 йылдың йәйендә башланған. Бассейндың майҙаны – 1,4 мең квадрат метрҙан ашыу, сәғәтенә 40 кешене ҡабул итә ала. Проект 25 метрлыҡ дүрт юлды, шулай уҡ сисенеү бүлмәһен, вестибюль, гардероб, тренер, табип һәм дежур медсестра кабинеттарын, персонал һәм башҡа ярҙамсы бүлмәләрҙе үҙ эсенә ала.
Әлеге ваҡытта бассейндың төп төҙөлөш-монтаж эштәре башҡарылған. Эске биҙәкләү, тышҡы биҙәкләү ҙә тамамланыу өҫтөндә. Инженер селтәрҙәрен монтажлау, бассейн биләмәһен төҙөкләндереү эштәре лә алып барыла.
Әйткәндәй, йыл аҙағына тиклем Көйөргәҙе районында ла бассейн барлыҡҡа киләсәк. Был спорт объектын төҙөү ҙә тамамланыуға табан бара.