Йәйғор
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июнь 2020, 13:04

Минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе...

Барыһы ла үҙебеҙҙән

Тирә - йүндең таҙалығын, уның сүп - сарһыҙ булыуын һәр кеше хәстәрләргә, тырышлыҡ күрһәтергә бурыслы.Благовещен халҡы ла ошо мин яҙған фекер менән килешәлер тип уйлайым. Ҡалала 50 яңы контейнер майҙансыҡтары булдырылып, ҙур габаритлы сүп - сар өсөн 36 бункерҙар (барыһы 55 ҡуйыласаҡ) ҡуйылһа ла, өйөлөп, туҙып ятҡан сүп өйөмдәренә тап булаһың. Нарат һәм Майор Парфенов урамдары араһындағы урман быяла, пластик шешә - һауыттар, тоҡсай - пакеттар, ҡағыҙ һауыт - ҡаптар менән тулған. Күптәр шул урамдарға ҡуйылған сүп - сар контейнерҙарына барып етеп тә тормай, ҡалдыҡтарҙы урманға бәреп китә. Икенселәре сүп - сар контейнерҙары төбөнә ағас ботаҡтарын, баҡсаһында үҫкән үләнен килтереп өйә, иҫке мебелен, түшәк - яраҡтарын да ташлай. Һәр кем үҙенең уңайлығын ғына уйлай, ә дөйөм талаптар, тәбиғәткә, экологияға килгән зыянды уйлап та тормай. "Минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе" тей микән?Битараф булмайыҡ әле, халыҡ ошо сетерекле мәсьәләгә. Сүп - сар өсөн контейнерҙар бар, уның ҙур габаритлыһын сығарырға уйлаһағыҙ " Эко - Логистик" йәмғиәтенә 8(34766)2-32-23 һандарын йыйып, уларҙы саҡырығыҙ. Ошо йәмғиәт директоры Павел Чадов әйтеүенсә, был йәһәттән эштәр көйлө ойошторолған.
Читайте нас: