Хәҙер иглиндар Еңеү паркында саф һауала спорт менән шөғөлләнә ала. Майҙансыҡта ГТО нормативтарын тапшырыу өсөн төрлө платформалар, бөтә мускул төркөмдәре өсөн тренажерҙар, кардиотренажерҙар, турниктар, теннис өҫтәле һәм башҡа спорт инветарҙары бар. 2 миллион һумдан ашыу спорт майҙансығы «Демография» милли проектының «Спорт – тормош нормаһы» Федераль программаһы сиктәрендә төҙөлдө.