Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июнь 2020, 12:54

Гөлнур Ҡолһарина: «Тауыш биреү барышын йәмәғәтселек күҙәтеүселәре күҙәтеп йөрөйәсәк»

БР башҡорт ҡатындары йәмғиәте рәйесе, «Халыҡ контроле» федераль проектының төбәк координаторы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмәләр буйынса тауыш биреүгә аңлатма бирҙе

БР башҡорт ҡатындары йәмғиәте рәйесе, «Халыҡ контроле» федераль проектының төбәк координаторы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмәләр буйынса тауыш биреүгә аңлатма бирҙе.
«Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү 1 июлгә билдәләнгән. Улар әлегә көсөнә инмәгән, ә нығытыусы гарантиялар әле үк ғәмәлдә. Әгәр уйлап ҡараһаң, бында бер ниндәй ҙә феномен юҡ, барыһы ла законлы. Владимир Владимирович Путин етәкселегендәге 20 йыллыҡ хеҙмәт үҙ емештәрен бирә. Бизнесҡа ярҙам итеү һәм мәшғүллекте һаҡлау буйынса саралар Конституцияла нәҡ ана шул кеше хеҙмәте хоҡуҡтарын нығытыусы тәҡдимдәрҙе сағылдыра ла инде. Балалы ғаиләләрҙә түләүҙәр үҫеп килгән быуын тураһында хөкүмәт хәстәре тураһында һөйләй.
Һаулыҡ һаҡлау системаһы вирус хәүеф янауын еңергә тырыша – быныһы инде медицина ярҙамы алыу. Яңы вирус бөтә донъяны үҙгәртте, һәм Рәсәй ҙә ситтә ҡала алмай. Бөтәһе лә яйлап яңы ысынбарлыҡты иҫәпкә алып пландар ҡора башлай. Һәм Конституцияға төҙәтмәләр индереү – ул тап киләсәк тураһында. Улар кешеләр тарафынан, тормош тарафынан тағылған. Граждандар ысынлап та был төҙәтмәләрҙең йөкмәткеһенә төшөндө, шуның менән бергә илдә килеп сыҡҡан хәлдәр ерлегендә ошо төҙәтмәләрҙең йөкмәткеһенә төшөндө. Конституцион төҙәтмәләр хәҙер беҙҙең тормошобоҙға килеп ингән дә инде. Һәм беҙ төҙәтмәләр әле ғәмәлгә инмәгән, ләкин ҡануниәттең хоҡуҡи тулыланыуын биләдәләгәндә үк уникаль күренеште (хәлде), хоҡуҡи феноменды күҙәтәбеҙ.
Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса Бөтә Рәсәйҙә тауыш биреү датаһы төп өҫтөнлөктән (приоритеттан) - Рәсәй граждандарының ғүмерен һәм сәләмәтлеген һаҡлауҙан сығып күсерелде. Кешеләрҙең именлегенән дә мөһимерәк нәмәнең булыуы мөмкин түгел. Президент әйтмешләй, иң мөһиме – кешеләрҙең ғүмере һәм иҫән-һаулығы.
Һүҙ беҙҙең илдең, балаларыбыҙҙың бөгөнгө һәм киләсәкке тормошон билдәләйәсәк, социаль гарантияларҙы һәм хеҙмәт хоҡуҡтарын көсәйтәсәк Төп закон тураһында бара. Шуға күрә тауыш биреү барышын йәмәғәтселек күҙәтеүселәре күҙәтеп йөрөйәсәк».
Читайте нас: