Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июнь 2020, 19:56

Балаларҙы травма алыуҙан һаҡлайыҡ

Бишбүләк районынан бер үҫмер үҙенең “шәплеген” күрһәтергә маташып, электр тапшырыу линияларының тимер бағанаһына менгән һәм, сымдарға яҡыная башлағас, уны электр тогы һуҡҡан

Балаларҙың йәйге каникулы башланды, тимәк, уларҙың бәхетһеҙ осраҡтарға юлығыу мөмкинлеге лә артты. Энергетиктар, башҡа хеҙмәт хеҙмәткәрҙәре балаларҙың электр травматизмын профилактикалау буйынса эштәр башҡарыуына ҡарамаҫтан, бәхетһеҙ осраҡтар булғылап тора.
Июнь баштарында Бишбүләк районынан бер үҫмер үҙенең “шәплеген” күрһәтергә маташып, тыйыу билдәләре булыуға ҡарамаҫтан, электр тапшырыу линияларының тимер бағанаһына менгән һәм, сымдарға яҡыная башлағас, уны электр тогы һуҡҡан. Ул ергә йығылып төшкән һәм тән йәрәхәттәре алған. Үҫмер район дауаханаһына илтелгән, хәҙер уның хәле яҡшырған. Ярай әле иҫән ҡалған, уның был ҡылығы насарыраҡ эҙемтәгә лә килтерә алыуы ихтимал булған бит.
Бәхетһеҙ осраҡтарҙан һаҡлап ҡалыу өсөн балаларға ябай ҡағиҙәләрҙе аңлатырға кәрәк:
- трансформатор подстанцияларына һәм башҡа электр ҡоролмаларына яҡын барырға ярамай,
- был объекттар ҡоймаларына үрмәләмәҫкә,
- электр бағаналарына ла үрмәләргә ярамай,
- сымдарға бер ни ҙә ырғытмаҫҡа,
- электр линияһы бағанаһынан һәленеп торған сымға ҡағылмаҫҡа,
- электр тапшырыу линиялары янында уйнамаҫҡа,
- бағаналарға эленгән лампаларҙы ватмаҫҡа,
- йорт подъезындағы электр щиттарын асмаҫҡа,
- ванна бүлмәһендә һәм еүеш урындарҙа электр ҡоролмаларынан файҙаланырға ярамай, төҙөк булмаған электр приборҙарҙы файҙаланыу ҙа үтә хәүефле.
Балалары өсөн ата-әсәләре яуаплы булыуын онотмағыҙ.
#БалаларҙыБәхетһеҙОсраҡтарҙанҺаҡлайыҡ
#БашҡортостанБалаларыБәхет
Яңылыҡ сығанағы: https://ogniagideli.rbsmi.ru/
Фото: https://perelomanet.ru/
Читайте нас: