Баҙарҙың тирә - яғын төҙөкләндереү, уның биналарын, павильондарын проектлап, берҙәм стилдә төҙөү тураһында уның етәксеһе менән һөйләште лә инде район хакимиәте башлығы Вилорий Угаров. Әңгәмә барышында йәнле трассалағы юл хәрәкәтен, юлсылар хәүефһеҙлеген яйға һалыуға ла етди иғтибар бүленде.