Йәйғор
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июнь 2020, 11:42

Конкурсҡа йомғаҡ яһалды

Йәш быуын ветерандарға рәхмәтле

Берләшкән металлургия компанияһы составындағы Благовещен арматура заводы акционер йәмғиәте етәкселеге Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап, балалар араһында "Еңеү өсөн рәхмәт" конкурсын иғлан иткәйне. 4 йәштән 14 йәшкә тиклемге йәштәге завод эшселәренең балалары, мәктәп уҡыусылары, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре "Һүрәт" һәм "Видеосығыш" номинацияларында көс һынашты. Ижади ҡарашлы, һәләтле 160 бала был конкурста атай - олатайҙарҙың ҡаһарманлығын данлап, Еңеүҙең мөһимлеген аңлап, ветерандарға рәхмәт һүҙҙәрен үҙенең һүрәттәре, сығыштары аша еткерҙе. - Беҙгә тыныс, матур тормош бүләк иткән ветерандарҙы данлап, тасуири һөйләгән шиғырым өсөн 1-се урынға, ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ булдым, - тип һөйләне Арсен Дауытов.Заводтың йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе Юлия Ларионова әйтеүенсә, конкурс бик йәнле үткән. Унда өлкәндәр ҙә, кеселәр ҙә теләп, ойошторолған конкурстың кәрәклеген аңлап ҡатнашҡан.
Читайте нас: