Йәйғор
-30 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июнь 2020, 19:01

Тарихҡа таянып, киләсәккә юл һалабыҙ

Салауат Юлаев көндәре айҡанлы, милли батырыбыҙҙың образына һәм шәхесенә арналған ғилми конференция ойошторолдо. Ул онлайн тәртиптә үтте.

Салауат Юлаев көндәре айҡанлы, милли батырыбыҙҙың образына һәм шәхесенә арналған ғилми конференция ойошторолдо. Ул онлайн тәртиптә үтте.
Доклад менән 50-нән ашыу кеше сығыш яһаны, уларҙы ғалимдар, тикшеренеүселәр, мәҙәниәт, музей, фән, мәғариф эшмәкәрҙәре, тыуған яҡты өйрәнеүселәр тыңланы.
Конференцияла ҡатнашыусыларҙы сара башында Башҡортостан Башлығының Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы етәксеһе Азат Бадранов сәләмләне.
Эш барышында Салауат Юлаев шәхесенең тарихи әһәмиәте, уның башҡорт фольклорында, тарихи сығанаҡтарҙа, республиканың төрлө ғалимдарының фәнни-эҙләнеү эштәрендәге образы, милли батыр хаҡында иҫтәлектәрҙе мәңгеләштереү, был хәтерҙең Бөйөк Ватан һуғышында Башҡортостан халҡында илһөйәрлек тойғоһон үҫтергәне, Салауат Юлаев менән бәйле күсемһеҙ милектәрҙе һаҡлау, ҡаһармандың эшмәкәрлеген популярлаштырыу һ.б. хаҡында һөйләшеү барҙы.
Сығыш яһаған һәр кем Салауат Юлаевҡа ҡағылған тарих, фольклористика, музей өлкәләре мәсьәләләренең төрлөлөгөн, көнүҙәклеген билдәләне.
Фото: forexdengi.com
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас в