Йәйғор
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июнь 2020, 13:15

Ҡурай еләген ҡоротҡан ҡорт хаҡында

Ҡурай еләгенең ботаҡтарына зарар китереүсе бөжәктәр әллә ни күп түгел

Баҡсасылар, ғәҙәттә, ҡурай еләгенә артыҡ иғтибар бүлмәй. Ултырамы – ултыра. Ҡыуаҡтар араһында бер-нисә ауырыуы күренһә лә хафаланмайҙар. Ниңәлер иң витаминлы емештең береһен биргән был ҡыуаҡ ысынлап әллә ни иркәләнмәй шул. Ҡурай еләге әрһеҙ үҫемлек тип һанарға күнеккәнгәме икән?Ҡурай еләге мул уңыш бирһен, һау булһын өсөн нимәләр эшләргә кәрәк? Был һорауға бөгөн Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса бүлегенең агрономы Айһылыу Камалетдинова яуап бирә:- Ҡурай еләгенең ботаҡтарына зарар китереүсе бөжәктәр әллә ни күп түгел. Иң йыш осрағаны – ҡурай еләге себене. Ул ботаҡтарҙың үҙәгенә инеп йәшәй башлай һәм яйлап уңышҡа ла, ҡыуаҡҡа ла зыян килтерә. Бер нисә йыл эсендә ҡыуаҡты тамам киптереүе ихтимал. Ҡурай еләгенән тыш, был себен башҡа ҡыуаҡтарға ла ҡуныуы бар. Һөҙөмтә булараҡ, ҡыуаҡтың уңышы 15 процентҡа кәмей, яңы үҫеп сыҡҡан ботаҡтарының һаныла аҙая.Себендең ҡаршлауыҡтарын еләгендә күрергә була: улар аҡһыл төҫтә, 5 миллиметр самаһы.Ҡышты был себен ҡыуаҡтың төбөндә үткәрә. Яҙын ботаҡтар үҫеп сыға башлау менән йомортҡа һала башлай. Өҫкө япраҡтарҙың һәр береһенә берәр йомортҡа тура килә. 5 – 8 көндән йомртҡанан сыҡҡан ҡаршлауыҡтар әле йомшаҡ ботаҡтың эсенә инеп, уны ашай башлай.Йәй баштарында ҡыуаҡтарғыҙға иғтибарлап ҡарағыҙ. Бер ниндәй сәбәпһеҙ уларҙың осо кибеп төшә башлаһа, тимәк был себен ҡаршлауыҡтарының “эше”.Айһылыу Камалетдинова был бәләнән ҡотолоу юлдарын да өйрәтте.Тәү сиртта ауырыу ботаҡты ҡорой башлаған еренән саҡ ҡына аҫтараҡ киҫергә кәрәк. Сибек ботаҡтарҙы төбөнән алып ташлағыҙ. Ҡурай еләге араһын ҡаҙырға ла, йәй буйы тураҡланған йәшел үлән һалып торорға кәрәк. Әгәр инде был ысулдар менән себенде еңеп булмаһа, инсектицидтар ҡулланығыҙ. Шунһыҙ булмай. Был ваҡытта йәш ботаҡтарҙы ла, ҡыуаҡтың эргәһендәге ергә лә дарыу һиптерергә кәрәк.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас в