Благовещен районының хәрби комиссариаты хеҙмәткәрҙәре тарафынан барса санитар нормалар үтәлә: бина ваҡытында дезинфекциялана, буласаҡ һалдаттар бер - береһе менән социаль дистанцияны тота, уларҙың тән температураһы ла махсус прибор аша үлсәнә, һәр кем битлек - бирсәткәләр менән дә тәьмин ителә.
Хәрби комиссар Вячеслав Анисимов әйтеүенсә, бер аҙ температураһы булғандар ишек төбөнән үк үҙәк район дауаханаһына оҙатылып, табиптар күҙәтеүе аҫтына алына.