Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уларҙың икеһе лә элекке иҫке биналары урынында урынлаштырыла. Унда төҙөкләндереү эштәре ике аҙна элек башланған да инде. Әле бөтә коммуникациялар үткәрелә. Яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары заманса ЭКГ аппараттары, дефибрилляторҙар, ҡорамалдарҙы йоғошһоҙландырған махсус шкафтар менән йыһазландырыласаҡ, шулай уҡ башҡа йыһаздар алынасаҡ. Ә июль башынан тәүге пациенттарын ҡабул итә башлау көтөлә.