Шишмә районының Түбәнге Тирмә ауылындағы зыяратты кәртәләүгә ауыл хакимиәте, халыҡ һәм урындағы эшҡыуар Рәмил Үләмаев та күп көс түкте.Профнастилдан штакетник етештергән эшҡыуар ғаиләһе менән кәңәш итеп, зыяраттың тирә - яғын кәртәләр өсөн 1300 штакетникты бушлай бирҙе. "Тыуған ауылым, ауылдаштарым", - тип йән атып торған Рәмил Үләмаевҡа олоһо ла, кесеһе лә рәхмәтле. "Үлгәненең ҡәберен бел, иҫәненең ҡәҙерен бел", - тип йырҙа ла йырлайҙар бит.