Йәйғор
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Июнь 2020, 12:31

Ярҙамы өсөн рәхмәт белдерелде

Өфө районының Дмитриевка ауыл хакимиәте биләмәһендә урынлашҡан "Ромашка" баҡса ширҡәте һаҡсыһы Фидан Йәнбәтов үҙен күптән инде намыҫлы, тәүәккәл, ярҙамсыл хеҙмәткәр итеп күрһәткән.

Йылдың дүрт миҙгелендә лә бурҙар тик тормай. Хужалары ялға ғына килеп киткән баҡса йорттарына көнөн - төнөн һөжүм итә. Улар аҙыҡ - түлек тә, төҙөлөш материалдарын да, инструменттарҙы ла урлай.
Фидан Зәки улы үҙенең эш сменаһында баҡса инструментын урлаған бурҙы тотоп, уны полицияға тапшыра. Тиҙ арала енәйәтсене тотҡан, полицияға ярҙам иткән, ҡурҡыу белмәҫ ҡыйыу һаҡсыны тәбрикләп, аҡсалата бүләкләү теләге менән уны Башҡортостан Республикаһы Эске Эштәр министрлығының Өфө районы бүлегенә саҡыралар. Бүлек начальнигы, полковник Рим Мусин Фидан Йәнбәтовҡа енәйәтселәр менән көрәштә тос ярҙамын билдәләп, уға рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе.
Читайте нас: