Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Июнь 2020, 11:51

Юбилейға әҙерлек бара.

Юлдар төҙөлә, ауылдар йәмләнә

Юлдар төҙөлә, ауылдар йәмләнә. Благовещен районының Үрге Иҙәк ауыл хакимиәте биләмәһенә ҡараған Шәрип ауылы үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын үткәрергә әҙерләнә.
Ошонда үҫкән, мәктәптә уҡыған, яу яланында ятып ҡалған ҡаһарман яҡташыбыҙ - Советтар Союзы Геройы Муллаяр Сыртланов исемендәге урамға таш түшәлә, ауыл урамдары тәртипкә килтерелә. Ауыл хакимиәте башлығы Айһылыу Хәйруллина әйтеүенсә, юлдарҙы төҙөкләндереү йәһәтенән күп эштәр башҡарыла. Үрге Иҙәктәге Тепличная урамындағы, Түбәнге Иҙәк менән Яңы Меңйетәр араһындағы юлдар ҙа төҙәтелә. "Урындағы башланғыстарҙы хуплау" программаһы нигеҙендә биреләсәк грант аҡсаһына Түбәнге Иҙәктәге өс урамға ла таш түшәләсәк.Төҙөк урамлы ауылдарҙа йәшәгән халыҡтың ихтияжы ҡәнәғәтләндерелеп, уларға матур шарттар булдырыла.
Читайте нас: