Йәйғор
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Июнь 2020, 19:54

Аҡҡоштарҙың әйләнеп ҡайтыуы – яҡшы билге

Ауыл кешеләре: “Был – өмөт билгеһе, беҙҙең дөрөҫ юлда тороуыбыҙ символы”, – тип иҫәпләй.

Аҡҡошло ауылы активистары үҙ көстәре менән Оло Аҡҡошло күленең төбөн тикшерҙеләр.
Был кәрәкле эште Анна Кузнецова башлап ебәрҙе. Дүрт бала әсәһенең тәүәккәлләп эшкә тотонғанын күреп, уға ауылдаштары һәм “Дружба” баҡсасылыҡ ширҡәте ағзалары ҡушылды. Шулай уҡ, Өфө районының Хужалыҡ идаралығы ла ярҙамға килде. Район хакимиәте башланғысты хупланы – ҡырҡынды материалдар өсөн ботаҡ турағыс алып бирҙе. Ошо көндәрҙә Аҡҡошло ауылы халҡы күлгә табан балыҡтар ебәрҙе. Бынан тыш, улар күлгә аҡҡоштар осоп килеүенең шаһиттары булдылар. Ауыл кешеләре: “Был – өмөт билгеһе, беҙҙең дөрөҫ юлда тороуыбыҙ символы”, – тип иҫәпләй.
Читайте нас: