Башҡортостан өсөн мөһим һаналған һәм Өфө районына ла ҡағылған ваҡиға Зубово ауыл Советы биләмәһендә булды. Унда рекордлы 55 көн эсендә клиник-диагностик инфекция үҙәге асылды. Яңы медицина учреждениеһы яңы коронавирус инфекциялы пациенттарҙы ҡабул итеү өсөн тәғәйенләнгән.
Уны асыу тантанаһында Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко ҡатнашты.
– Минеңсә, был бына тигән инженерлыҡ хәл ителеше, – тип үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты федераль министр.
Яңы инфекция үҙәге тиҙ ҡоролмалы модуль ҡоролмаларҙан ҡурай сәскәһе рәүешендә төҙөлгән комплекстан тора. Унда бокстарға бүленгән 100 палата урынлаштырылған, уларҙың 82 боксы тәүлек әйләнәһенә хеҙмәтләндерелә, ә 18 бокс реанимация өсөн. Госпиталдә диагностика, дезинфекция бүлектәре, лаборатория, аптека һәм үҙәк стерилизация бүлеге ҡаралған. Шулай уҡ, унда табиптар өсөн ятаҡ төҙөлгән. Үҙәк ярты мең кешене ҡабул итергә һәләтле.
Инфекция үҙәге биләмәһе япраҡлы һәм ылыҫлы ағас үҫентеләре менән йәшелләндерелгән. Ул Өфө районы хакимиәте көсө менән тормошҡа ашырылған.