Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июнь 2020, 14:47

Миәкәлә июлдә ҡыуаныслы ваҡиғалар көтөлә

Быйыл Миәкә районында ике модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асыласаҡ. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы төҙөлгән медицина учреждениеларының береһе Өршәктә, икенсеһе Бәләкәй Кәркәле ауылында сафҡа инәсәк.

Быйыл Миәкә районында ике модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асыласаҡ. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы төҙөлгән медицина учреждениеларының береһе Өршәктә, икенсеһе Бәләкәй Кәркәле ауылында сафҡа инәсәк.
Уларҙың икеһе лә элекке иҫке ФАП-тар биләмәһендә төҙөләсәк. Эш ике аҙна элек башланды ла инде. Бөгөн бөтә коммуникацияларҙы үткәреү дауам итә. Фельдшерлыҡ пункттары яңы заманса ЭКГ аппараттары, дефибрилляторҙар, ҡорамалдарҙы йоғошһоҙландырған махсус шкафтар менән йыһазландырыласаҡ.
Өршәк фельдшер-акушерлыҡ пунктында юғары категориялы фельдшер Люциә Солтангирова 18 йыл эшләй. Уға өс ауылды – Айыт, Шишмә һәм Өршәк ауылдары халҡын хеҙмәтләндерергә тура килә.
Бәләкәй Кәркәлеләге пункт 1960 йылда төҙөлгән, бина иҫкергән. Яңыһында дүрт кабинет буласаҡ, пациенттар өсөн бөтө уңайлыҡтар ҡаралған. ФАП мөдире, юғары категориялы фельдшер Сәймә Ғәлимова бында утыҙ йылдан ашыу эшләй.
Медицина хеҙмәткәрҙәре лә, ауылдаштар ҙа яңы медицина пункттарының асылыуын сабыр ғына көтә. “Башланған эш – бөткән эш”, - ти улар. Миәкә районы үҙәк дауаханаһының баш табибы Илшат Ғилемйәнов әйтеүенсә, милли проект эште ҡыҫҡа ваҡытта тамамларға мөмкинлек бирә, ФАП-тар июлдең тәүге көндәренән пациенттарҙы ҡабул итергә әҙер буласаҡ.
Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор: Дина Арсланова
Сығанаҡ: https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Mi-k-l-iyuld--iuanisli-va-i-alar-k-t-l-323828/
Читайте нас в