Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июнь 2020, 12:21

Аллаһ тәғәлә «Һаҡланғанды һаҡлармын» тигән

Ҡушҡандарҙы теүәл үтәп, берҙәм булып, һаҡланып был ауырыуҙы ла еңер кешелек, - ти Рөстәм Әхәт улы ҙур ышаныс менән

Шишмә үҙәк дауаханаһы май баштарында Сovid-19 ауырыуын дауалау госпитале функцияларын үтәй башланы. Госпиталь ауырыуҙарҙы дауалау өсөн кәрәкле һаҡланыу саралары һәм бөтә төр ҡорамалдар менән йыһаҙландырылған. Медицина хеҙмәткәрҙәренең тәүге бригадаһы 9 майҙан 22 майға саҡлы госпиталдә һәр бер пациенттың ғүмере өсөн көрәш алып барҙы. Бөгөнгө көндә улар 2 аҙналыҡ карантин үтеп, ғаиләләре янына ҡайтып, ял итеү мөмкинселегенә эйә булдылар. Һүҙем, алғы һыҙыҡта булыусыларҙың береһе, Шөнгәккүл участок амбулаторияһының табибы Рөстәм Әхәт улы Ғәлиәҡбәров хаҡында.
Ул үҙе Таджиҡостан яҡтарында тыуып-үҫкән, медицина университетында белем алған. Ата-әсәһе Сәфәр, Илкәш ауылдары кешеһе, тыуған яҡ үҙенә тарта уларҙы, улдарын да ғаиләһе менән бергә алып ҡайталар. 1995 йылдан башлап Рөстәм Әхәт улы Шөнгәккүлдә өй һалып кереп, ғаиләһе менән йәшәй, амбулаторияһында уңышлы эш алып бара. Коронавирус менән ауырыусыларҙы дауалау өсөн табип бригадалары ойошторола башлағас, Рөстәм Ғәлиәҡбәров тәүгеләрҙән булып, үҙ ихтыяры менән госпиталгә килә.
– Дамир Расфар улы Данъялов, Ринат Марат улы Рафиҡов менән иңгә-иң терәшеп бергә эшләнек. Эш, әлбиттә, еңелдән түгел. Берҙән, хәлдәре үтә лә ҡатмарлы ауырыуҙарҙы дауалау, икенсенән, махсус һаҡланыу костюмдары менән 5-6 сәғәт буйына эшләргә кәрәк. Табиптар ғына түгел, урта медицина персоналдары, санитаркалар ҙур хөрмәткә, ҙур баһаға лайыҡ. Улар бөтәһе лә үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, көстәрен йәлләмәй кеше ғүмерен ҡотҡарыу өсөн бөтәһен дә эшләнеләр, - ти ҡыйыу табип. Дин юлында булған табип, бик ҡатмарлы шарттарҙа ла ураҙаһын ташламаған. – Сәләмәтлекте һаҡларға кәрәк, тәү сиратта – гигиена, ҡулды кер һабыны менән йыш йыуып торорға, ауыҙҙы сайҡатып, танау ҡыуышлыҡтарын да йыуырға онотмаҫҡа, - был һәр мосолмандың көндәлек йәшәү рәүеше, уны беҙгә Аллаһ тәғәлә үҙе ҡушҡан. Был ҡурҡыныс инфекция йәшен дә, ҡартын да аямай. Һаҡланыу сараларын теүәл үтәү – мотлаҡ. «Һаҡланғанды – һаҡлармын» тигән Хоҙай Тәғәлә. Ҡушҡандарҙы теүәл үтәп, берҙәм булып, һаҡланып был ауырыуҙы ла еңер кешелек, - ти Рөстәм Әхәт улы ҙур ышаныс менән. Күркәм холоҡло, күндәм, белемле табипҡа сәләмәтлек, ауыр эштәрендә еңеллек теләп ҡалабыҙ. Ошондай ҡатмарлы эпидемия
осоронда кешеләр һаулығы һаҡында торған бөтә медицина хеҙмәткәрҙәре алдында баш эйәбеҙ.
Читайте нас: