Йәйғор
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июнь 2020, 12:59

Беҙгә бер-беребеҙһеҙ ҡыҙыҡ түгел

Авдон ауылынан илле йыл бергә йәшәгән ирле-ҡатынлы Исмәғилевтәр бер-береһенә булған йылы тойғоларын юғалтмаған.

Тәү ҡарашҡа, улар – бер-береһенең тап киреһе төҫлө. Урал Рәхим улы спортсыларса йыйнаҡ, ғәйрәтле, тәүәккәл. Өйҙөң ҡотон һаҡлаусы Фәниә Зыяитдин ҡыҙы йомшаҡ һәм изге күңелле. Әммә уларҙың бер-береһенә тәғәйенләнгән һәр ым-ишараһында, һәр һүҙендә күпме йылылыҡ булғанын күрһәгеҙ ине!
Уларҙың яҙмыштарын хәл иткән осрашыу нисегерәк булған һуң? Полиатлон буйынса буласаҡ тренер һәм 1-се категориялы Рәсәй һәм республика судьяһы Урал Рәхим улы алты йәшенән саңғыға баҫа. Әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Урал Стәрлетамаҡ ҡалаһы мәктәптәренең береһендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй башлай. Фәниә менән Өфөлә таныша. Бер-береһенә ғашиҡ булған йәштәр өсөн ул саҡта үҙҙәре йәшәгән һәм эшләгән ҡалалар араһындағы саҡрымдар кәртә була алмай.
Туйҙан һуң Исмәғилевтәр Стәрлетамаҡта төпләнә, ә 1990 йылда Авдонға күсеп килә.
Урал Рәхим улының ғаилә тормошона ҡағылышлы кәңәштәренең береһе – бөтә нәмәне бергәләп эшләү. Ирле-ҡатынлы был икәүҙең төп ҡағиҙәһе – проблемаларҙы эстә йыйыу түгел, ә уларҙы бергәләп хәл итеү.
– Беҙҙә шундай ҡанун: кем өйгә иртәрәк ҡайта, шул өйҙө йыйыштыра, аш-һыу бүлмәһендә йәки баҡсала эшләй тора, һуңынан икенсебеҙ ярҙамлашырға тотона, – тип һөйләй Фәниә Исмәғилева. – Ул миңә ярҙам итергә тырыша, мин – уға.
Улар үҙҙәренең балаларын эшһөйәр һәм яуаплы кешеләр итеп тәрбиәләгән. Исмәғилевтарҙың оло быуын вәкилдәре менән бергә Авдонда ейәндәре Артур һәм ейәнсәрҙәре Самира менән Риана йәшәй. Улар үҙҙәренең бәләкәй булыуҙарына ҡарамайынса, олатай менән өләсәйгә һәр бер эштә ярҙам итәләр.
Исмәғилевтар үҙ ейәндәрен тәрбиәләү менән генә сикләнмәй. Урал Рәхим улы Стәрлетамаҡта урта мәктәп директоры була, Авдонға күсеп килгәс, урындағы мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. Дөйөм алғанда, ул үҙ ғүмеренең 52 йылын балалар уҡытыуға бағышлай. Ул Өфө районында полиатлон спортын башлап ебәреүселәрҙең береһе була. Урал Рәхим улы бөгөн дә яратҡан һөнәре менән шөғөлләнә, спорт мәктәбендә балалар тәрбиәләй.
Фәниә Зыяитдин ҡыҙы педучилищенан һуң республиканың Учалы районында башланғыс мәктәпте етәкләй, күп йылдар Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы машиналары заводында, Авдон ҡошсолоҡ фермаһында эшләй. Изгелек, кеше хәлен аңлай белеү, мөрәжәғәт иткән һәр кемгә ярҙам итеү теләге – был күркәм холоҡло ҡатындың төп күңел сифаттары.
– Минең ғаилә бәхетемдең рецебы – сабырлыҡ, – ти Фәниә Зыяитдин ҡыҙы. – Сетерекле хәл килеп тыуған саҡта мин һәр ваҡыт туҡтап торам, тынысланам. Тик шунан һуң ғына, төрлө яҡтан уйлап ҡарап, ҡарар ҡабул итәм. Үҙеңдең иреңде хөрмәт итергә кәрәк, ә бының өсөн үҙеңдә икенсе кешенең мәнфәғәттәре менән иҫәпләшеү һәләтен үҫтерергә, уның ыңғай яҡтарын танырға кәрәк
Читайте нас: