Йәйғор
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июнь 2020, 12:50

Ауылға һөйөү менән

Келәш ауылына ингән урында «Мин Келәште яратам» стелаһы ҡуйылды

Келәш ауылына ингән урында «Мин Келәште яратам» стелаһы ҡуйылды. Был сағыу төҫлө матур конструкция алыҫтан күренеп тора. Хәҙер ул көн һайын ауыл кешеләрен һәм ҡунаҡтарҙы оҙатып, ҡаршы алып торасаҡ.
Кесе тыуған илгә һөйөү билдәһе булған арт-объектты урынлаштырыуҙа Үктәй ауыл советы депутаты Салауат Мостафин башлап йөрөй. Ул яңы конструкцияны ҡуйыуҙы уҙған йылда уҡ планлаштыра, тик төрлө сәбәптәр арҡаһында был эште кисектереп торорға тура килә.
Стела Башҡорт электротехник изделиелар заводында эшләнә. Конструкцияны ҡуйыуҙа урындағы халыҡ ярҙам итә, кәрәкле материалдарҙы Салауат үҙе һатып ала. Стела янына сәскә түтәлен дә эшләп ҡуйғас, арт-объект тағы ла матурланып китте. Депутат завод директоры Альберт Рәсим улы Сәфиевҡа заказды тиҙ һәм сифатлы башҡарғандары өсөн бик рәхмәтле.
Келәш Салауатҡа бик ҡәҙерле. Уның олатаһы ла, атаһы ла ошо ауылда тыуған һәм йәшәгән. Салауаттың да бала сағы бында үтә. Ул йәйге каникулдарын иптәштәре менән үткәрә, ял итә, кирбес заводында эшләй, өлкәндәргә хужалыҡ эштәрендә ярҙам итә. Әле Мостафиндар район үҙәгендә йәшәй, мөмкинлек сыҡҡан һайын ул тыуған ауылына ашыға. Салауат ата-бабаһы нигеҙендә йорт төҙөгән. Ғаиләһе менән бергә малсылыҡ менән шөғөлләнә. Әлеге ваҡытта Мостафиндарҙың хужалығында туғыҙ эре мөгөҙлө мал бар. Салауат Мостафиндың планы - ғаилә фермаһы булдырыу.
Мостафиндар өс ул тәрбиәләй: өлкәне район полиция бүлегендә хеҙмәт итә, уртансыһы – Рәсәй ҡораллы көстәр сафында, ә кесеһе – хужалыҡта атаһының төп ярҙамсыһы.
Тыуған ауылы һәм ауылдаштары яҙмышы өсөн битараф булмаған тырыш Салауатты келәштәр депутат итеп һайлай. Эшенең күп булыуына ҡарамаҫтан, ул ауылдаштарының ышанысын аҡларға тырыша, уларҙың проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам итә.
-Мин ауылымды бик яратам, ул артабан үҫешһен өсөн бөтә көсөмдө һаласаҡмын, - ти депутат.
Читайте нас: