Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июнь 2020, 19:23

Уңыш сере – бал ҡорттарын яратыуҙа

Умарталыҡта – бөтә ғаилә менән

Район мәҙәниәт йорто тарафынан ойошторолған “АгроSTAR” ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре конкурсы тамамланды. Коронавирус инфекцияһы сәбәпле сара онлайн-форматта үтте. Бәйгелә ҡатнашырға 29 кеше теләк белдерҙе. Конкурс шарты буйынса, улар ойоштороусыларға үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында видеотаҫма төшөрөп ебәрҙе. Бәйгеселәр араһында - Оло Ҡарамалы ауылында йәшәүсе уңған, өлгөлө Илһам һәм Эльмира Хәлитовтар ғаиләһе лә бар. Хәлитовтар1993 йылдан башлап умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Ғаилә башлығы Илһам Ильяс улы 90-сы йылдар башында данлыҡлы умартасылар Рәйес Аҙнабаев һәм Марат Шакировтарҙа ярҙамсы булып эшләй, тырышып-тырышып бороңғо кәсепте үҙләштерә. Быны күреп, Рәйес Аҙнабаев Илһамға бер умарта бүләк итә, эшмәкәрлеген үҙаллы дауам итергә тәҡдим яһай. Ошо көндән башлап Хәлитовтар ғаиләһе умартасылыҡ менән уңышлы шөғөлләнә. Бөгөнгө көндә уларҙың йөҙҙән ашыу умартаһы бар. Илһамға эшендә ғаиләһе ярҙам итә. Эшһөйәр Хәлитовтар дүрт бала тәрбиәләй. Улар – ата-әсәләренә хужалыҡта төп ярҙамсы. Умартасылыҡтан тыш, Хәлитовтар мал тота, ҡош-ҡорт үҫтерә, баҡса эшкәртә. -Уныштың бөтә сере – бал ҡорттарын яратыуҙа, - ти Илһам Хәлитов.- Ә тәжрибә ваҡыт үтеү менән туплана.
Читайте нас: