Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июнь 2020, 15:48

Һайлау участкалары эш башланы

25 июндә Иглин районында 42 һайлау участкаһы асылды

Район хакимиәте башлығы Николай Самойленко Иглин һәм Майское ауылдарындағы һайлау участкаларында булды. Николай Самойленконың һүҙҙәрнә ҡарағанда, комиссия ағзаларының эше көйлө бара. Һайлаусыларҙың тән температураһы үлсәнә, ҡулдары дезинфекциялана, һәр кемгә битлек, бирсәткә, ручка һалынған индивидуаль пакет тапшырыла. Документтар тултырылғандан һуң һайлаусылар бюллетендәр менән индивидуаль тауыш биреү кабинаһында үтә. -Һәр һайлау участкаһында социаль дистанция һаҡлана, өҫлөктәр дезинфекцияланып тора, шуға күрә Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү хәүефһеҙ үтәсәк, - ти район башлығы. Фото Н. Самойленко төркөмөнән алынды.
Читайте нас: