Йәйғор
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июнь 2020, 11:15

Дауаханалар медицина ҡоролмалары менән йыһазландырыла

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Йөрәк-ҡан тамырҙары» төбәк проекты сиктәрендә дауаханаларҙы медицина ҡоролмалары менән йыһазландырыу ҡаралған

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Йөрәк-ҡан тамырҙары» төбәк проекты сиктәрендә дауаханаларҙы медицина ҡоролмалары менән йыһазландырыу ҡаралған.
Федераль ҡаҙна иҫәбенә 13 берәмек ҡоролма Өфөнөң Ашығыс медицина ярҙамы, 21-се клиник, Октябрьскийҙың 1-се, Сибай һәм Нефтекама ҡалаларының дауаханаларына алынасаҡ. Ә республика ҡаҙнаһы иҫәбенә 187 берәмек реабилитация ҡоролмалары алыу планлаштырылған, әле килешеү төҙөү тамамланыуға табан бара.
Читайте нас: