Йәйғор
-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июнь 2020, 11:13

Тағы ла президенттың мөрәжәғәте көтөлә

Илдә килеп тыуған эпидемиологик хәл ваҡытында бындай форматта аралашыу Кремлдә мөһим һанала.

Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү алдынан Рәсәй Президенты Владимир Путин тағы ла халыҡҡа мөрәжәғәт итәсәк.
Билдәле булыуынса, дәүләт етәксеһенең мөрәжәғәте 29 июндә көтөлә. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, сығышы ваҡытында Владимир Путин граждандарға төҙәтмәләрҙең мөһимлеген һәм айышын аңлатасаҡ, шулай уҡ тауыш биреүҙә ҡатнашырға ла саҡырасаҡ.
Илдә килеп тыуған эпидемиологик хәл ваҡытында бындай форматта аралашыу Кремлдә мөһим һанала. Президент үткәнендә 23 июндә мөрәжәғәт иткәйне. Бында ла ул Конституцияға төҙәтмәләр индереү темаһына бер аҙ ҡағылып үтте.
Читайте нас: