Әлеге йылда уҡ Ибрай ауылы хакимиәтенә ҡараған ете ауыл заманса бинала медицина ярҙамы ала башлаясаҡ. Модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты бөтә санитар нормаларға һәм талаптарға яуап бирә, кәрәкле ҡоролмалар һәм ҡоралдар менән йыһазландырылған. Бында фельдшер кабинеты, ҡарау һәм процедура бүлмәләре, пациенттарҙың көтөү урыны, хужалыҡ блогы ла буласаҡ. Бер юлы фельдшер, акушерка һәм килеүсе табиптар бригадаһы ла пациенттарҙы ҡабул итә аласаҡ.