Йәйғор
0 °С
Облачно
Новости
1 Июля 2020, 10:36

Тыуған районын онотмаһын йәштәр

Шишмә ҡасабаһындағы 1-се мәктәпте тамамлаған һәләтле был уҡыусылар Бөтә Рәсәй буйынса иҡтисад фәненән үткәрелгән олимпиада еңеүселәре булараҡ киң билдәле

Добавить в предпочтительные источники Google
Шишмә район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ришат Мансуров 11 йыл мәктәптә уҡыған осорҙа тик алдынғылар рәтен тулыландырған, район данын олимпиадаларҙа яҡлаған сығарылыш уҡыусылары Элина Мөхәмәҙиева һәм Илһам Ҡотдосов менән осрашты.Шишмә ҡасабаһындағы 1-се мәктәпте тамамлаған һәләтле был уҡыусылар Бөтә Рәсәй буйынса иҡтисад фәненән үткәрелгән олимпиада еңеүселәре булараҡ киң билдәле.Илебеҙҙең баш ҡалаһындағы юғары уҡыу йорттарына уҡырға инәсәк яҡташтарыбыҙ менән булған осрашыуҙан етәкселәр ҙә, йәштәр ҙә ҡәнәғәт ҡалды. Аҡыллы, тәртипле йәштәребеҙ ҡайҙа ғына булһа ла, тыуған ере - Шишмәһен онотмаҫ, яҡташтары йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫ.
Читайте нас