Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июль 2020, 12:37

Ғәйнуллиндар абруйлы ғаилә

Тормош юлы - балаларҙа

"Бергә йәшәлгән ғүмергә, күҙ асып йомған арала, 50 йыл үтеп тә киткән", - ти Нуриман районының Яңы Күл ауылынан Шамил һәм Разифа Ғәйнуллиндар.Алтын йылдарға улар күркәм көткән донъяһы, фиҙакәр хеҙмәте, ауылдаштарының хөрмәте, үҙҙәрен ҡәҙерләгән, йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй үҫтергән 5 ҡыҙы, улы, 13 ейәне, бүләһе менән ғорур аяҡ баҫты. Гел халыҡ араһында булған Шамил Ниғәмәтулла улы мәктәптә физкультуранан уҡытһа, ауыл Советы рәйесе булып эшләһә, ә Разифа Зәкәриә ҡыҙы хисапсы һөнәренә тоғро хеҙмәт иткән.Балаларын, ейәндәрен, туғандарын бергә туплап, ҡаршы алырҙай йылы усаҡ нигеҙен - тыуған йортто ныҡлы һаҡлай, ҡәҙерләй белә Ғәйнуллиндар. Улар янында барыһына ла рәхәт. Күңелдәре лә киң, тормош тәжрибәһе лә етерлек булған абруйлы Шамил ағай һәм Разифа апай янына барыһы ла тартыла, ашҡынып ҡайта.
Мәғлүмәт Нуриман район хакимиәте төркөмөнән алынды.
Читайте нас: