"Берҙәм Рәсәй" партияһының "Реаль эштәр" программаһы тормошҡа ашырылып, йәйге каникулдағы балалар өсөн был ҡыуаныслы ваҡиға бик иҫтәлекле булды. Күп төрлө сәңгелдәк, тау, ҡомлоҡтарҙа улар уйнап кинәнде. Өлкәндәр ойошторған уйын программаһында ла әүҙем булдылар. Көлөп торған ҡояш нурҙары берҙән кәйефте күтәрһә, ә икенсенән гөрләп торған ауыл тормошо, матур йорттар, уңған кешеләр, айырыуса көләс йөҙлө ҡыҙҙар һәм малайҙар шатландырҙы.