Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июль 2020, 14:00

Арҡауылда йәшәй уңғандар

Ауыл Советы депутаты Рәүзиә Мөхәмәтшина етәкселегендә балалар майҙансығы кәртәләнеп, уның рәшәткәһе, ауыл халҡы тарафынан кәйефте күтәрерҙәй сағыу төҫтәргә буялды

Благовещен районының Арҡауыл ауылы халҡы үҙҙәренең берҙәм, егәрле, бөтмөр булыуы менән башҡаларҙан айырылып тора.Кәңәш - төңәш итәләр ҙә, "һә“ тигәнсе эшләп тә ҡуялар. Ауылдағыларға башҡа тарафтарҙа йәшәгән яҡташтар ҙа ҡушыла. Аҡсалата ла, тел ярҙамынан да ташламай улар ауылдаштарын. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә арнап һәйкәлен дә асты, улар көс түгеп, эшләп ҡуйған балалар майҙансығы ла гөрләп тора. Ауыл Советы депутаты Рәүзиә Мөхәмәтшина етәкселегендә балалар майҙансығы кәртәләнеп, уның рәшәткәһе, ауыл халҡы тарафынан кәйефте күтәрерҙәй сағыу төҫтәргә буялды.Бына шулай йәш арҡауылдарҙың ялын хәстәрләй белә өлкәндәр.
Читайте нас: