Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июль 2020, 13:54

“Янғантау” геопаркы – ЮНЕСКО селтәрендә!

"Янғантау” шифаханаһы директоры һәм геопарк төҙөү идеяһы менән рухланған Альфред Аҡбашев әйтеүенсә, сит ил туристары өсөн бындай статус – маркер, сифат һәм хәүефһеҙлек күрһәткесе

"Янғантау” республика геопаркы Рәсәйҙә һәм БДБ илдәрендә беренсе булып рәсми рәүештә ЮНЕСКО селтәренә инде. Был хаҡта ойошманың онлайн тәртиптә үткән ассамблеяһында белдерҙеләр.
“Янғантау” шифаханаһы директоры һәм геопарк төҙөү идеяһы менән рухланған Альфред Аҡбашев әйтеүенсә, сит ил туристары өсөн бындай статус – маркер, сифат һәм хәүефһеҙлек күрһәткесе.
"Беҙҙең өсөн был бөтә донъя буйынса ЮНЕСКО аша реклама, тимәк, халыҡ-ара туризмды үҫтереү, танылғанлыҡ һәм төбәктең инвестиция йәлеп итеүсәнлеген күтәреү. Ябай миҫал: республика геопаркы статусын алғандан һуң, артыҡ көс һалмайынса, йыл эсендә туристар ағымын визит-үҙәк аша ике тапҡырға арттыра алдыҡ. Һөҙөмтә: кешеләр беҙгә ял итеү һәм күберәк белеү өсөн ҡәнәғәтлек тойғоһо менән килә. Геопаркты тиҫтәләгән илдә күрһәттек, үҙебеҙгә донъяның фән йондоҙҙары һәм юғары кимәлдәге белгестәр килде, социаль селтәрҙәребеҙ ике телдә көндәлек эш алып бара. Һәм бөтәһе лә геопарк арҡаһында", - тине ул.
ЮНЕСКО геопарктар глобаль селтәрен ойошторған Патрик МакКивер Радий Хәбиров менән осрашҡанында 19 йыл хеҙмәт дәүерендә кешеләрҙең шундай ҙур тырышлыҡ менән эшләгәнен беренсе тапҡыр күреүе хаҡында әйткәйне.
Читайте нас: