Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июль 2020, 19:00

"Дельфин" матурланды

Бассейнда ремонт эштәре тамамланды

Физкультура-һауыҡтырыу комплексы “Дельфин”да ремонт эштәре тамамланды. Бында яңы бетон иҙән йәйелде, канализация яңыртылды, йылытыу системаһы төҙәтелде. Түбә аҫтындағы металл конструкцияларҙы тутыҡтан таҙарттылар һәм буянылар. Балалар һәм өлкәндәр өсөн һыу инеү урындары тәртипкә килтерелде. Шулай уҡ коридорҙа, сисенеү бүлмәһендә, душ һәм саунала ла косметик ремонт эшләнде. Республика хөкүмәтенең бассейндарҙы асыу тураһындағы бойороғо сығыу менән яңыртылған “Дельфин” үҙ ишектәрен асасаҡ.
Читайте нас: