Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июль 2020, 18:04

Хәүефһеҙ ял ғына ял булыр

Мул һыулы Павловка һыуһаҡлағысы, көслө ағымлы Ҡариҙел йылғаһы буйында ял итеүселәрҙән айырыуса һаҡ булыу талап ителә.

Йәй башының эҫе һәм ҡоро тороуы йылға һәм башҡа һыу ятҡылыҡтарында ял итергә яратыусыларҙың ҡайһы берҙәре өсөн фажиғәле тамамланды. Һыуға батыусылар араһында балаларҙың күп булыуы хафаға һала. Тимәк, был йәһәттән профилактика эштәренең тейешенсә кимәлдә алып барылмауын һәм өлкәндәрҙең битарафлығын билдәләп үтергә кәрәк.
Һыу инергә яратыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләһе Нуриман районында ла киҫкен тора.Хәҙерге көндә район биләмәһендә 9 һыу инеү урыны тейешле нормаларға яуап бирә, ә 46 пляж санитар һәм башҡа нормаларға яуап биреп бөтмәй әле.
Мул һыулы Павловка һыуһаҡлағысы, көслө ағымлы Ҡариҙел йылғаһы буйында ял итеүселәрҙән айырыуса һаҡ булыу талап ителә. Төбәктә туристарҙың, ялдарын гүзәл тәбиғәттә үткәрергә теләүселәрҙең күп булыуын иҫәпкә алып, Башҡортостан Республикаһының ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, район хакимиәте йылғаларҙа, күлдәрҙә, Павловка һыуһаҡлағысында хәүефһеҙлек шарттары булдырыу буйынса тейешле эштәр алып бара.
Бәләкәй Шиҙе ауылы эргәһенән аҡҡан Һалдыбаш йылғаһының ҡомлоғо күптән инде Ҡыҙылъяр, Ҙур, Бәләкәй, Баш Шиҙе ауылдары халҡы өсөн
яратҡан һыу инеү урынына әүерелгән. Бында хатта Иглиндан килеүселәрҙе лә осратырға була. Халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып, район хакимиәте ошо ял итеү урынында бөтә нормаларға яуап биргән һыу инеү урыны булдырырға ҡарар итте. Бөгөнгө көнгә күп кенә эштәр башҡарылған : юл күтәртелгән һәм уға ҡырсынташ түшәлгән; һыу төбөн тикшереүселәр тарафынан йылға үҙәне төрлө сүп – сарҙан таҙартылған; һыу инеү урыны тимер ҡойма менән уратып алынған; тейешле урындарҙа буйҙар ҡуйылған.
Киләсәктә бында сауҙа эшен яйға һалып ебәреү өсөн эшҡыуарҙарҙы йәлеп итеү күҙаллана. Туңдырма, шәрбәтле эсемлектәр, тамаҡ ялғап алыу өсөн төрлө ризыҡтар ял итеүселәр күңеленә хуш килер ине, моғайын.
Төп эштәр башҡарылған. Бәләкәй Шиҙе һыу инеү урыны үҙенең рәсми асылыуын көтә.
Читайте нас: