Оло-Ҡарамалы ауылында ғүмер итеүсе Илвира Исмәғилева “Йәйғор” гәзитен берене көндәренән үк алдыра. Яратҡан баҫмалары килгән көндө Исмәғилевтар бергәләп биш районда йәшәгән яҡташтары тураһында уҡый, уларҙың ижад емештәре менән таныша. Беренселәрҙән булып яратҡан гәзитенә яҙылған Илвира “Йәйғор” гәзите ойошторған лотерея уйынында ла ҡатнашырға онотмай. Даими уҡыусыбыҙға бәхет йылмайҙы - ул кәстрүл отто. -Бүләк өҫтөнә бүләк, - ти һөйөнөсөнән Илвира. –Туған телебеҙҙә сыҡҡан “Йәйғор” беҙгә үҙе ҙур бүләк.