Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июль 2020, 17:30

Булғанды һаҡларға, ҡәҙерләргә...

Нуриман районындағы Павловка ауылында "Башҡорт ихаталары" программаһы тормошҡа ашырылып, йорт яны биләмәләре комплекслы төҙөкләндерелә

Нуриман районындағы Павловка ауылында "Башҡорт ихаталары" программаһы тормошҡа ашырылып, йорт яны биләмәләре комплекслы төҙөкләндерелә.Карл Маркс урамындағы күп фатирлы 40-сы һанлы йортта йәшәүселәргә тормош шарттары яҡшыртыла, йорт янындағы биләмәлә уңайлы мөхит булдырыла. Дөйөм йыйылышта һөйләшеп, килешкән фатир хужалары тротуарҙарҙы тәртипкә килтереп, иҫке бордюрҙарҙы яңыға алмаштырырға килеште. Балалар майҙансығына, автомобиль парковкаһына, кер элеү, сүп - сар контейнерҙарына ла урындар билдәләнде. Уртаҡ тырышлыҡ менән тәртипкә килтереләсәк йорт янындағы биләмәне оҙаҡламай танып та булмаҫ әле. Бында йәшәгән кешеләргә быларҙың барыһын да тик ҡәҙерләп, һаҡлап тотонорға ғына ҡала.
Мәғлүмәт Нуриман район хакимиәте төркөмөнән алынды.
Читайте нас: