Республикала иғлан ителгән Ғаилә аҙналығында Благовещен ҡалаһындағы 15- се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре өсөн "Хәүефһеҙ юлдар - бәхетле ғаилә" тигән сара ойошторолдо.Район - ара "Ғаилә" ресурс үҙәге, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре балалар, ата - әсәләр, тәрбиәселәр менән берлектә күп һорауҙарға яуаптар эҙләне. Баланың хәүефһеҙлеге барыбыҙҙан да тора. Улар өсөн ата - әсә, тәрбиәсе, машиналағы водитель дә яуаплы. Баланың үҙенән дә күп нәмә тора. Ул фатир йәки өй ишегенән урамға сығыу менән юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә бурыслы. Сара барышында тап ошо хаҡта һөйләгән өлкәндәр, балалар араһында аңлатыу эштәре алып барҙы. Бәлә - ҡазаларҙан һаҡланайыҡ, юлдарҙа уяу булайыҡ!