Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июль 2020, 17:11

Тәүәккәлдәр таш ярыр...

Нуриман район хакимиәтендә уҙған "Эшҡыуар сәғәте" ндә эшҡыуарҙарға төрлө кәңәш бирелә, ярҙам күрһәтелә

Нуриман район хакимиәтендә уҙған "Эшҡыуар сәғәте" ндә эшҡыуарҙарға төрлө кәңәш бирелә, ярҙам күрһәтелә.
Кемдер яңы эш асам тип килһә, күптәр башлаған эшен дауам итергә тип ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. "Эшен башлаған фермер" дәүләт программаһына инер өсөн документтар йыйғандары ла бар улар араһында. Малсылыҡ өлкәһен һайлаған фермерҙарҙың береһе райондың Ҡыҙыл - Бәйрәү ауылындағы ферманы һатып алған. Әле абердин - ангусс тоҡомло мал һатып алырға, ер участкаһын теркәргә ниәтләгән ул. "Теләк булһа, бар ҙа була" тигәндәй, башлаған эшенең һөҙөмтәһен күрергә лә насип булһын тәүәккәлдәргә.
Мәғлүмәт Нуриман район хакимиәте төркөмөнән алынды.
Читайте нас: