Һыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дөрөҫ итеп үтәүҙе аңлатыу маҡсатынан Өфө районы Жуков ауыл хакимиәтенең административ комиссияһы ағзалары ауыл эргәһендәге күл буйына килеп, ял итеүселәр менән осрашты. Әңгәмә барышында балаларға, ата - әсәләргә иҫкәрмәләр бирелде.