Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июль 2020, 19:00

Юлдары көҙгөләй ялтырап ята

"Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проект нигеҙендә ремонт эштәрен "БашАльянсстрой" йәмғиәте үҙ ваҡытында башҡарып сыҡты.

Өфө районының Таптыҡ ауыл хакимиәтенә ҡараған Дебовка ауылына кергән урынға һәм Үҙәк урамдағы юлдарға асфальт түшәлде."Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проект нигеҙендә ремонт эштәрен "БашАльянсстрой" йәмғиәте үҙ ваҡытында башҡарып сыҡты. Иң тәүҙә юлдағы иҫке ҡатлам алынып, буласаҡ юлдың нигеҙе ҡом - таш менән тигеҙләнде. 1400 метрға таш түшәгән эшселәр, 1958 метр юлды ла асфальтләне. Юл ситтәренә лә таш түшәп, юл билдәләре ҡуйылып, юлда разметкалар яһалды. Бөтә талаптарға яуап бирерҙәй итеп төҙөлгән юлды Өфө район хакимиәте белгестәре, технадзор вәкилдәре ҡабул итте һәм подрядсының сифатлы эшенән ҡәнәғәт ҡалды.
Мәғлүмәт Өфө район хакимиәте төркөмөнән алынды.
Читайте нас: