Шишмә районының Сәфәр ауылында урынлашҡан "Нурис" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт эре мөгөҙлө мал тоҡомон үрсетеп, районда күпләп һөт етештереү буйынса беренсе урында тора.Район хакимиәте башлығы Ришат Мансуров эш сәфәре барышында хужалыҡтағы хәлдәр, мал аҙығы әҙерләү барышы менән дә танышты. Әлеге мәлдә 450- нән артыҡ гектар ер сабылып, 190 тонна бесән әҙерләнгән. Эҫе көндәрҙе бушҡа үткәрмәгән сәфәрҙәр күпләп мал аҙығы әҙерләү менән мәшғүл.