Ғаилә, мөхәббәт, тоғролоҡ көнөндә Өфө районының Кириллов ауылынан Черечондар ғаиләһе "Мөхәббәт һәм тоғролоҡ" миҙалына лайыҡ булды.39 йыл эсендә мул, матур тормошта йәшәгән Вера Петровна менән Виктор Николаевичтың үткәне күптәргә өлгө булырлыҡ. Ҡулға ҡул тотоношоп көткән донъяһы, ғәзиз өс балаһы, 5 ейән - ейәнсәре, бер бүләһе үҙҙәренә терәк - таяныс, оло шатлыҡ булһа, ә "Октябрь" колхозында тырышып эшләгән йылдары, уларҙы ауылдаштары, туғандары араһында абруйлы иткән. Хаҡлы ялдағы Черечон ғаиләһе бөгөн тормоштоң һәр миҙгелен ҡәҙерләп, кинәнеп йәшәй. Алда ла үҙҙәренә тигеҙ ғүмер, бәхетле ҡартлыҡ насип итһен, Хоҙай Тәғәлә.