Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Июль 2020, 16:00

Урамдар арта, өйҙәр ҡалҡа

Шишмә районының Һайран ауылында шәхси йорт төҙөгән 61 кешегә ер участкалары бүленде

Шишмә районының Һайран ауылында шәхси йорт төҙөгән 61 кешегә ер участкалары бүленде.
Шуларҙың 51-е ташламаға эйә булған күп балалы, инвалид балалар үҫтергән ғаиләләргә, шулай уҡ яңы ғаилә ҡорған йәштәргә, сиратҡа ярашлы бушлай бирелде. Киләсәктә ауылдың Ҡайынлыҡ, Миләшкәй, Ҡулса, Йәштәр, Тыныслыҡ урамдарында яңы йорттар ҡалҡып сығыр, урамдар балаларҙың сыр - сыу тауышынан яңғырап торор.
Мәғлүмәт Шишмә район хакимиәте төркөмөнән, фото интернет селтәренән алынды.
Читайте нас: