Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Июль 2020, 13:30

Экологик тәрбиә һабаҡтары

Балалар баҡсаһының территорияһында урынлашҡан яңы майҙансыҡтарҙағы сүп - сар контейнерҙарына пластик, полиэтилен, ҡағыҙ, ҡатырға айырым йыйыла.

Благовещен ҡалаһындағы "Эко - Логистик" подряд ойошмаһы етәксеһе Алексей Казанцев әйтеүенсә, халыҡты сүп - сарҙың һәр төрөн айырым йыйырға өйрәтеп алыр өсөн күп ваҡыт һәм сығымдар талап ителә.
Был киң масштаблы проектты тормошҡа ашырыу йәһәтенән балалар баҡсаларындағы кескәйҙәр араһында экологик йүнәлештә тәрбиә алып барыла. Балалар баҡсаһының территорияһында урынлашҡан яңы майҙансыҡтарҙағы сүп - сар контейнерҙарына пластик, полиэтилен, ҡағыҙ, ҡатырға айырым йыйыла. Был эштәрҙең уртаһында ҡайнап үҫкән кескәйҙәр сүп - сарҙы төрҙәргә бүлеп, дөрөҫ итеп ташларға ла өйрәнә.
Читайте нас: