Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Июль 2020, 11:54

Маладистар, уңғандар

Рәссам Әминә Мөхәмәтшина балалар майҙансығы ҡоймаһын йәнһүрәт геройҙары менән биҙәһә, ә Ахлыстиндың оҫта ҡуллы ҡыҙҙары сүп - сар һауыттарын сағыу төҫтәргә буяны

"Таҙа йома" көнөнә Благовещен районының Арҡауыл ауылына Иҫке Надеждин ауыл хакимиәте башлығы Андрей Караваев, Ахлыстин, Иҫке Надеждин ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре йыйылышып килеп, арҡауылдар менән бергә матур эштәр башҡарҙы.Улар күмәкләшеп ауыл урамын йыйыштырҙы, бағаналарын буяны, үләнен утаны, сапты, һәйкәлдең тирә - яғын төҙөкләндерҙе, үҙ - ара кинәнеп аралашты, хәл - әхүәлдәр менән бүлеште.Рәссам Әминә Мөхәмәтшина балалар майҙансығы ҡоймаһын йәнһүрәт геройҙары менән биҙәһә, ә Ахлыстиндың оҫта ҡуллы ҡыҙҙары сүп - сар һауыттарын сағыу төҫтәргә буяны.Былай ҙа күркәм ауыл, саф күңелле кешеләрҙең берҙәм эшенән һуң тағы йәнләнеп, матурланып ҡалды. "Таҙа йома" ла ҡатнашҡандарҙы маладистар, уңғандар тип маҡтарға ғына ҡала.
Читайте нас: