Йәйғор
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Июль 2020, 11:43

Майҙансыҡҡа рәхим ит

Йәйге каникул көндәрендә малай - ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән майҙансыҡта кинәнеп ял итеп буласаҡ

Благовещен районының Бедеева Поляна ауылының Совхоз тип аталған яғындағы урамдарҙа йәшәгән балалар өсөн майҙансыҡ ҡуйылды. Уны ҡуйыр өсөн күп көс һалған ауыл Советы депутаты Ольга Фәметдинова башлаған эштәрен еренә еткереп ҡуйырға өлгәште. Уға ауылдаштары ҙур ярҙам күрһәтте. Бергәләп цементын да һатып алып, ҡул көсө менән барса ҡорамалдарҙы беркетеп тә ҡуйҙы уңғандар. Күмәкләп тотонғас ней, эштәр ҙә көйлө барҙы. Балаларының буш ваҡыты файҙалы үтһен тип тырышҡан атайҙар йәһәт кенә соҡорон да ҡаҙҙы, цементтан бетон иҙмәһен дә әҙерләне. Йәйге каникул көндәрендә малай - ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән майҙансыҡта кинәнеп ял итеп буласаҡ.
Читайте нас: