Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Июль 2020, 12:01

Төҙөлә, йүнәтелә, тергеҙелә...

Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡташтар иҫтәлегенә ҡуйылған мемориалдың тирә - яғы ла төҙөкләндерелә

Благовещен ҡалаһындағы балалар баҡсаһы төҙөлөшө дауам итә. Барса эштәрҙе алып барған подрядсы ойошма бинаның стеналарын күтәреп, түбәһен ябыу менән мәшғүл. Көҙгә барса эштәр тамамланып, кескәйҙәр өсөн баҡса үҙ ишектәрен асыр.Комаров урамында йорт янындағы территория ла төҙөкләндерелә: юлдарға, тротуарҙарға асфальт түшәлгән, бордюрҙар ҡуйылған. Балалар майҙансығы ла тәртипкә килтереләсәк.Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡташтар иҫтәлегенә ҡуйылған мемориалдың тирә - яғы ла төҙөкләндерелә. Әле һәйкәл тирәләй, заманса плитә түшәлә. Көҙөн мемориалға хәрби танк та ҡуйыласаҡ.
Читайте нас: