Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июль 2020, 16:24

Аҡ халатлыларҙы уртаҡ эш берләштерҙе

Намыҫлы хеҙмәте өсөн Элина Абдуллина Өфө районы хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде

Район медиктарының сафы яңы кадрҙар менән тулылана. Шуларҙың береһе булған табип-терапевт Элина Абдуллина Йоматау участка дауалау амбулаторияһын һайлаған. Йәш белгес булып, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә бер йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан,уның хеҙмәте баһаланып та өлгөргән. Медицина хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы алдынан намыҫлы хеҙмәте өсөн Элина Абдуллина Өфө районы хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Подымалов мәктәбен тамамлаған Элина Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетына маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡырға ингән.
– Ҡатын-ҡыҙ өсөн иң яҡшы һөнәр – табип йәки шәфҡәт туташы булыу, – ти Элина Салауат ҡыҙы. – Шуға күрә, үҙемдең туғандарымды һәм яҡындарымды дауалар өсөн, бала саҡтан уҡ тормошомдо медицина менән бәйләргә хыялландым.
Йәш белгес медицина университетында уҡыуҙың еңел һәм ябай түгеллеген таный. Ләкин был тәүәккәл ҡыҙҙа артҡа сигенеү уйы бер ваҡытта ла булмай.
– Өфөләге медицина учреждениеларында практика үтә башлағас, ниндәй йүнәлештәге һөнәр һайлау тураһында уйлана башланым, – ти буласаҡ табип. – Алтынсы курстан һуң ғына участкала эшләп, ауыл кешеләрен дауаларға теләүемде аңланым. Унан тыш, һәйбәт тәжрибә лә туплау ине ниәтем.Өлкән хеҙмәттәштәрем миңә даими кәңәштәрен бирә, әлбиттә, тәжрибәһе менән дә уртаҡлаша.
«Йоматау» шифаханаһы базаһында урынлашҡан обсерваторға ебәрелгән туристарҙы тикшерергә тура килеүе хаҡында ла һөйләне ул.
– Яңы коронавируслы инфекция арҡаһында килеп тыуған сетерекле хәл мине һәм хеҙмәттәштәремде һәр саҡ уяу булырға өйрәтте, – ти ул. – Ниндәйҙер дәрәжәлә, ул беҙҙе берләштерҙе. Әммә беҙ юғалып ҡалманыҡ, һәм бының өсөн тәжрибәле табиптарға айырым рәхмәт! Коронавирус статистикаһы кәмеүгә табан бара, шуға ҡарамаҫтан, мин халыҡҡа, бигерәк тә оло йәштәгеләргә битлек, бирсәткә кейергә, гигиена ҡағиҙәләрен һәм башҡа санитар-эпидемиология талаптарын үтәргә тәҡдим итәм. Һәммәгеҙгә лә һаулыҡ теләйем. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!
Читайте нас: