Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июль 2020, 16:32

Йылдың теләгән миҙгелендә – йәшелсәләр

«Алексеевский» совхозы баҡсасылары йыл һайын 15 мең тоннанан ашыу помидор, ҡыяр, баклажан, борос, һуған, редис үҫтереп һата.

«Алексеевский» совхозы баҡсасылары йыл һайын 15 мең тоннанан ашыу помидор, ҡыяр, баклажан, борос, һуған, редис үҫтереп һата.
– Беҙҙең йәшелсәләрҙе Башҡортостан магазиндарында ғына түгел, ә себерҙә лә, төнъяҡта ла осратырға мөмкин, – ти теплица хужалығының баш агрономы Өлфәт Муханов. – Улар һәр ерҙә һатып алыусыларҙың киң һорауы менән файҙалана.
Әлеге ваҡытта совхозда әүәлге теплица хужалығын үҙгәртеп ҡороу эштәре бара. Яңы теплицалар газды дүрт мәртәбәгә кәмерәк ҡуллана, барлыҡ ғәмәлдәр тулыһынса автоматлаштырылған. Теплицаларҙа һәммәһе лә күнегелгәнсә түгел. Ингән ерҙә антисептикка манылған келәмдәр түшәлгән, ишектәр янында ҡулдарҙы эшкәртеү өсөн дезинфекциялаусы эретмә һауыттары урынлаштырылған. Иҙәндәр – ялтырап тора. Бында лабораториялағы шикелле, таҙалыҡ хөкөм һөрә.
Оҙон түбәлектәр өҫтөнә маттар йәйелгән, тупраҡ урынына – минераль мамыҡ һәм туҡландырыусы иҙелмә. Ҡул көсө менән башҡарыла торған ғәмәлдәр тик тарихта ҡалған – климат-контролде көйләүҙе, кәрәк тиклем генә һуғарыуҙы, оптималь яҡтылыҡ режимын тотоуҙы автоматика үҙ иңенә алған. Аҡыллы электроника үҫенте ултыртылған һәр бер көршәккә тәүлегенә 15 тапҡыр кәрәкле ашламалар, микро- һәм макроэлементтар менән байытылған 100 миллилитр һыу бөркә. Үҫемлектәрҙең үрсеме тәүлегенә 10-12 см тәшкил итә.
Уңышты йыйып алыу өсөн үҫемлек рәттәре араһында мини-трамвайҙар йөрөп тора. Баҡсасылар, өҫтәге емештәрҙе йыйып алыр өсөн, электр двигателе һәм күтәрмәле майҙансығы булған махсус арбаларҙа теплицаның түшәменә ҡәҙәр күтәрелә.
– Бөгөнгө көндә бүлексәнең бер теплицаһында ғына ауыл хужалығы культураларының 5500 үҫентеһе бар, – тип һөйләй Өлфәт Муханов. – Быйылғы йылдың тәүге әйләнеш осоронда (вегетация циклы) унда 112 тонна ҡыяр йыйып алынды.
Теплица хужалығы баҡсасылары хәҙерге ваҡытта йәмғеһе ҡыярҙың 5 сортын, помидорҙың 12 сортын, шулай уҡ, төрлө өлгөрөү мөҙҙәтле баклажан, борос, һуған, редистарҙы тәрбиәләй. Республика һәм башҡа төбәктәр халҡына йылдың теләгән миҙгелендә «Алексеевский» ауыл хужалығы предприятиеһы баҡсасылары үҫтергән уңышты һатып алыу мөмкинлеге бар.
Читайте нас: