2013 йылда ойошторолған фонд бөйөк шәхес, Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Мостай Кәримдең үлемһеҙ әҫәрҙәрен мәңгеләштереүгә, уның тураһында хәтерҙе нығытыуға, йәш быуын вәкилдәре араһында популярлаштырыуға булышлыҡ итә. Донъяла билдәле булған абруйлы шәхесте яҡташтары ла хөрмәтләй, уны һағынып һөйләй, хәтерендә иҫтәлектәрен, уның әҫәрҙәрен йәшәтә. - Былтыр Мостай ағайҙың тыуыуына 100 йыл уңайынан районыбыҙ гөрләп торҙо. Уның тыуған ауылы - Келәштә моделле ауыл клубы асылды, тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында шағирҙы иҫләткән күпме экспозиция һаҡлана, күпме фильмдар төшөрөлөп, конкурс - фестивалдәр ойошторолдо. Өфө аэропортына ла Мостай Кәримдең исеме бирелеүе, уның әҫәрҙәренең унлаған телдәргә тәржемә ителеүе лә ҙур мәртәбә, - тип һөйләне район хакимиәте башлығы Ришат Мансуров. Шағирҙың ҡыҙы менән булған осрашыу барышында район етәксеһе шағирҙың күп йыллыҡ хеҙмәттәрен дә иҫтәлеккә алып ҡыуанды.